Замана фәжиғәһе
Замана фәжиғәһе Баймырҙина Римма Мең йоҙаҡҡа йоҙаҡланған Кеше күңеле ябыҡ. Дуҫ - иштәрҙең, туғандарҙың Булмай йөҙҙәрен танып. Ахыр заман әллә етте Донъялары үҙгәрҙе. Заман тирмәне тормошто Иләгенән елгәрҙе. Блат - сват, алыш - биреш Замана фәжиғәһе. Кемдәр уйлап сығарғандыр Был донъя ҡәғиҙәһен. Беҙ улай түгел инек бит Бергә уйнап үҫкәндә. Бер һыныҡты бүлеп ашап Кәсәнән сәй эскәндә. Байлыҡ менән үлсәшәләр Олоһо һәм кесеһе. Түр башында дәрәжәле Ҡалын булһа кеҫәһе. Шундай заман килеп етте Бай - байҙы ҡоҙалаған. Бисмиллаһыҙ нәпсе шашып Күҙҙәрҙе томалаған.