Бишек йыры
Бишек йыры Баймырҙина Римма Мин тыуғас та, аҡ биләүгә биләп Өрлөктәге тимер ҡулсаға, Бишек элгән миңә атаҡайым Күҙҙән, ҡоштан тиеп ҡурсала. Әсәй йәнем күкрәк һөтөн биреп Бәхет теләгәндер Хоҙайҙан. Ауырыһам, күкрәгенә ҡыҫып Фәрештәнән һаулыҡ һораған. Мин үҙемдә атай бишегендә Ул, ҡыҙҙарым һөйөп үҫтерҙем. Бәхет теләп, ямандарҙан ҡурсап Һөйөү наҙҙарымды күсерҙем. Йөрәк һыҙлап, йәнем иңрәгәндә Тибрәләһем килә бишектә. Ашығабыҙ буйҙар еткерергә Уйланабыҙ япҡас ишекте. Ҡайтып булмай, ҡабат үткәндәргә Әсәй Атай түгел мәңгелек. Бишек кенә һаман көтә кеүек Мин шаянды, юҡҡа өҙөлөп.