Йәшлегемде һағынам
Йәшлегемде һағынам Баймырҙина Римма Алыҫтарҙа ҡалған, һағыштарға һалған, Йәшлегемде уйлап һағынам. Айлы кистәреңә, наҙлы хистәреңә, Ҡайтһаң ине урап яңынан. Икәү уҙған юлдар, бергә булған йылдар, Йырағая ғына баралар. Һөйөүҙән яралған, йөрәгем яраһын, Ваҡыт ҡына бары дауалар. Ғүмерҙең ағышы, көҙҙәрҙең һағышы, Йәйғор нурҙарынан ҡойолған. Өмөт сатҡыларын, күңел яҡтылығын, Аралаһын ауыр тойғонан. Алыҫтарҙа ҡалған, һағыштарға һалған, Күңелемә йыйған аһ - зарым.. Айлы кистәремә, наҙлы хистәремә, Ялғау микән осһоҙ уйҙарым.