Ауылҡайым
Ауылҡайым Баймырҙина Римма Нәзирә Ишҡолова көйө Йырлай Фатима Баязитова Ауылҡайым минең Биксәнем, Һағындырып иҫкә төшәһең. Иркәләнеп һиндә үҫкәнмен Һәләүектән һыуҙар эскәнмен! Иҫтә, тәпәш ауыл өйҙәре Күршеләрҙең нурлы йөҙҙәре. Ҡайтып киләм йәшлек иленә Тәпәй эҙем ҡалған еремә. Һәләүектең һалмаҡ ағышы Баҫыр микән күңел һағышын? Яр буйҙары бөҙрә тирәкле Шул өҙҙөрә ҡай саҡ йөрәкте. Аунап үҫкән йәшел үләнем Көтә кеүек күрше күләнем. Һиңә ҡайтып алам, дәрт - дарман Мин һаман да, сабый бер балаң.
118 просмотров