Һөйөү Ялҡыны
Һөйөү Ялҡыны автор: Баймырҙина Римма Нәзирә Ишҡолова көйө Йырлай Фатима Баязитова Һөйөү биләмәһен һаҡлап торған Өйәнкеләр мине көтәләр. Күңелемдең хистәр өйөрмәһе Үткәндәргә алып китәләр. ҡуш: Хистәр төйәге һин ауылҡайым Һиндә гөрләй йәшлек шауҡымы. Күңелдәге дауыл өйөрмәһе Мәңге һаҡлар һөйөү Ялҡынын. Йәшлегемдең сағыу миҙгелдәре Күңел ҡылын сиртеп үтәләр. Иләҫләнеп иҫкән таң елдәре Хәтирәләр ебен һүтәләр. ҡуш: шул уҡ Йәшлек йыры ҡолағымда сыңлай Һөйгәнемдең гармун моңдары. Ғүмер сәғәттәрен кәккүк барлай Үҙәктәрҙе өҙә моң зары. ҡуш: шул уҡ