Ҡабатланмаҫ йәшлек — 6 августа 2026 г. в 17:12:26.556
Ҡабатланмаҫ йәшлек Баймырҙина Римма Хыялыйҙай хыялланам Ҡайҙа инде йәш саҡтар? Йәшен кеүек йәшнәй - йәшнәй Саптарҙай сапҡан саҡтар. Ер сапсыған ярһыу атты Бойһондорҙоҡ тәртәгә. Бары хыял - уйҙы ғына Бикләп булмай кәртәгә. Күңел һәр саҡ Аҡбуҙаттай Әүерелә елдәргә. Ысҡынып оса бәйенән Күҙ күрмәҫлек ерҙәргә. Ҡабатланмаҫ һағынһамда Шаулы йәшлек йылдары. Ғашиҡтарға бағышланған Ҡалыр матур йырҙары. Шаулап - гөрләп йәшлек үтте Еттек ғүмер көҙөнә. Хыялыйҙай хыялланып Төшәм йәшлек эҙенә.
181 просмотров