Тормош талаптары
Тормош талаптары Баймырҙина Римма Был тормоштоң ҡырыҫ талаптарын Бер аҙ ғына, булһа үҙгәртеп. Йәшлектәге ҡылған хаталарҙы Булһа икән, булһа төҙәтеп. Башлар инем ғүмер юлдарымды Өмөт бағлап яҡты тормошҡа. Аҡыл йүгәндәрен ҡулға алып Сапмаҫ инем тиңһеҙ ярышта. Йән - фарманға сапты ғүмер атым Ниндәй генә юлдан уҙманы. Аҙғын хыялдарҙы ауыҙлыҡлап Ник аралап алып булманы. Сапҡан саҡта тормош һуҡмағынан Юл сатында ҡалдым яңғыҙым. Ҡараңғыла өмөт нуры һипкән Һүнде минең йондоҙ маяғым. Тормош талаптары шундай ҡырыҫ Ярыштарҙа хәҙер сапмайым. Бормалы ла яҙмыш һуҡмағынан Ашыҡмайса әкрен атлайым. Аяҡ баҫҡас ғүмер көҙҙәремә Ҡулға алдым аҡыл йүгәнен. Тормош тигән ярһыу даръяларҙың Тулҡынында талғын йөҙәмен.