Аҡ хыяллы йәшлегем — 30 сентября 2026 г. в 11:31:32.791
Аҡ хыяллы йәшлегем Баймырҙина Римма Аҡ хыяллы мөғжизәләр иле Йәшлегемдең йәшел аланы. Ваҡыт үткән һайын йырағая Күҙ күрмәҫлек итә араны. Мәңге китмәҫ инем йәшлегемдән Һөйгәнемде һиндә ҡалдырып. Йыраҡтарҙа ҡалдың шул аҙашып Һағыш уттарында яндырып. Саф һәм керһеҙ тәүге уртаҡ хистәр Ромашканың ап - аҡ тажылай. Бер - береһен һөйгән йәндәр бөгөн Алһыу таңды яңғыҙ ҡаршылай. Бергә саҡта, көҙҙәре лә яҙҙай Шау сәскәлә һөйөү гөлдәре. Ғүмер шәме һүнә, гөлдәр шиңә Һүндерә шул яҙмыш елдәре.
35 просмотров