Алыҫтағы өмөт сатҡыһы
Алыҫтағы өмөт сатҡыһы Баймырҙина Римма Бата сума яҙмыш диңгеҙендә Тулҡындарға ҡаршы йөҙәмен. Ел - дауылдар һуға ҡаяларға Сабыр итеп һаман түҙәмен. Күпер һалам ярһыу упҡын аша Өмөт күперҙәрен, йәйғорҙан. Ҡайырылмаҫ сабыр ҡанаттарым Ел дауыллы көслө ямғырҙан. Һындырманы яҙмыш ҡырыҫлығы Ҡаршы йөҙҙөм әсе елдәргә. Көс етмәҫлек ауырлыҡтар һалып Ябырылды нескә иңдәргә. Һөйрәгәндә упҡын төпкөлөнә Диңгеҙ тулҡынында сайҡалам. Йәшәү көсө биреп, әйҙәй алға Алыҫтағы өмөт сатҡыһы.