Һорау, өндәү, өтөрҙәр
Һорау, өндәү, өтөрҙәр Баймырҙина Римма Йән иҙрәткән һорауҙар бар Ямандар һәм ялғандар. Хәсрәт тырнағы һалған йөй Ямауҙар һәм ялғауҙар. Алда күпме билгеһеҙлек Буй етмәҫлек бейеклек. Бағып ҡояш яҡтыһына Ерҙә үҫә тереклек. Тормоштоң да үҙ талабы Ҡуя шартлы тамғаһын. Күп талапҡа күнекмәйсә Ҡайсаҡ шартлап һынаһың. Уйланырға мәжбүр иткән Һорауҙар бик күп икән. Һорау, өндәү, күп нөктәгә Яҙмыш ебе береккән. Һорау, өндәү, һәм өтөрҙәр Килгәс кире китеүҙәр. "Иртә әле нөктәгә"- тип Өмөтләнеп көтөүҙәр.