Кереп барам ғүмер көҙөнә
Кереп барам ғүмер көҙөнә Баймырҙина Римма Байҡау яһанымда, баһа ҡуйҙым Уңыш, муллыҡ йыйған йылыма. Яҡты өмөт булды йәнәшәмдә Үткән саҡта тормош юлынан. Илһамлы ла, йылы ҡояшлы ла Көҙҙәремә кереп киләмен. Алтын көҙөм бөгөн ҡаршы ала Юлдарыма йәйеп келәмен. Йән арбарлыҡ көҙҙөң хозурлығы Күңел юшҡындары сафлана. Тәбиғәттең тын алышын тоям Ҡыш көнөләй таҙа, саф һауа. Гүзәллеген күреп хозурланам Донъя нағышлаған нурҙарҙан. Кереп барам алтын көҙҙәремә Атам - әсәм уҙған юлдарҙан.
72 просмотров