Алыҫ йондоҙ
Алыҫ йондоҙ Баймырҙина Римма Ай нурҙары төшә тәҙерәмә Ас тигәндәй, күңел фәрҙәһен. Йөрөтмәле йөрәк түрҙәреңдә Үткәндәрҙең һоро шәүләһен. Оҙон төндәр, үҙе ғазап бит ул Ҡараңғылыҡ биләй күңелде. Тыуар таңдарымда яҡты өмөт Нурға күмер өсөн көнөмдө. Яҙмыш ямғырҙары шундай һалҡын Йөрәгемде һағыш өткәндә. Мең киҫәҙәккә йәнем телгеләнә Ҡайтырһың тип өҙ(ө)лөп көткәндә. Шәфәҡ нуры балҡый офоҡтарҙа Көндәр күптән төнгә ауышты. Зәңгәр күккә төн фәрҙәһе төшкәс Ай - йондоҙҙар йәнә ҡауышты.