Беҙ икебеҙ
Беҙ икебеҙ Баймырҙина Римма Ике йөрәк берҙәй тибә Бер бөтөндөң ике дауамы. Өйрәт әле һинән башҡа: Нисек һулармын һуң һауаны? Һинһеҙ иркәм йәшәп булармы? Беҙ икебеҙ, ике ярҙа Ғүмер йылғаһынан ағыусы. Был тормоштан бәхет көтөп Өмөт күперҙәрен һалыусы Ике ярҙа баҫып ҡалыусы. Әллә яңғыш, әллә уҙмыш Бер ғүмерҙең ике яҙмышы. Әйтерһең дә Саҡ менән Суҡ Йөрәк өҙгөс сеңләү тауышы Юғалтыуҙар ғазап һағышы. Ике йөрәк бергә типһен Бер бөтөндөң ике яртыһы. Айлы төндә бул йондоҙом Нур өҫтәүсе бәхет сатҡыһы Алыҫтағы өмөт яҡтыһы.