Иҫкә төшә бер вайымһыҙ
Иҫкә төшә бер вайымһыҙ Бәхетле бала сағым. Ҡайтһаң ине бер миҙгелгә Шул саҡҡа кире тағын. Башлар булһам берәр эшем Иҫкә алам, кәңәшең. Күҙ алдымда әней йөҙөң Иҫтә әйткән һәр һүҙең. Минең өсөн йән атҡаның Иркәләп уятҡаның. Ишетәм әней тауышың Тоям йылы һулышың. Уят әней элеккеләй "Тор ҡыҙым"- тип иркәләп. Яңы бешкән икмәк менән Эсәрбеҙ сәй икәүләп. Уят әней, иртә таңдан Һис тә ятмам ҡарышып. Буранлы ҡар ыҙандарын Көрәр инем тырышып. Килә минең аҙға ғына Бала саҡҡа ҡайтаһым. Ҡаҙ бәпкәле болондарҙы Килә ҡосоп ятаһым. Сапма әле ғүмеркәйем Ғүмер атым юртағым. Сайпылдыра күрмә тағын Бәхет тулы туҫтағым. Үткән юлдар,һүткән йылдар Артта ҡала ябылып. Тик ҡалмаһын үкенескә Ҡара булып яғылып. Үкенмәйек үткәндәргә Һығып әрем үттәрен. Яҡты өмөт юлдаш булһын Ғүмер әрәм үтмәһен. Сапма әле ғүмеркәйем Кәметһәңсе тиҙлегең. Туҡтар инем хәл алырға Тартып йүгән, теҙгенен. "Миҙгел тағы үтте"- тиеп Көҙ алтынға буянған. Ғүмерҙе тиҙ үтәр тиеп Кемдәр генә уйлаған. Бармы икән был ғүмерҙең Бер тәғәйен күләме? Әллә инде күрер күҙҙәр Мәңге итеп күрәме? Бармы кеше ғүмеренең Оҙонлоҡ үлсәмдәре? Ваҡыт үткәс фанилыҡтың Бөтә микән сәмдәре? Бата тарих төпкөлөнә Үткән йылдар шауҡымы. Хәтирәләр булып ҡала Бар донъяның шатлығы. Йәшәү мәңге тойолһа ла Сикле шул ғүмеребеҙ. Кисә, бөгөн, иртәгәләр Һанаулы көндәребеҙ. Ҡылған ғәмәлдәре өсөн Һәр кем үҙе яуаплы. Әхирәттә еңелерәк Күпләп йыйһаң һауапты. Сикле генә ғүмерҙәрҙең Ҡәҙ(е)рен белеп йәшәйек. Ваҡыт барҙа, тере саҡта Изгелектәр эшләйек. Ғәҙел күндәм сабырлыҡта Бәхеттә һәм шатлыҡта. Айыҡ аҡыл, яҡты зиһен Бирһәң ине ҡартлыҡта. Үтһен ине көндәребеҙ Намаҙҙа һәм доға ла. Татыу ғына йәшәйексе Ошо яҡты донъяла. Һынай - һынай түҙемлегем Теләнеңме еңергә? Рухым көслө бирешмәйем Күтәреләм гел үргә! Күрһәттең һин был тормоштоң Яҡшы - яман яҡтарын. Аяҡ салып ҡараһаңда Алға табан атлайым! Хикмәтле оҙон юлдарҙан Алып киттең уралтып. Ата - әсәм аманаты Килде һәр саҡ оҙатып! Ҡасып та ҡотолоп булмай Тормош яҙған талаптан. Һыуҙар аға, ғүмер уҙа Ҡайтмай кире ҡабаттан. Был тормоштан өмөтләнеп Һаман ниҙер көтәбеҙ. Тыуым булғас үлем була Киләбеҙ ҙә китәбеҙ. Ғөмер беҙгә бер бирелә Тик яҙмыштар төрлөсә. Ошо бәғзе ғүмерҙәрҙе Йәшәйексе кешесә. Рәхмәтлемен яҙмышыма Икегә бүленгәнгә. Ике яҙмыш бәхеттәре Бер юлы бирелгәнгә. Ташлаһаң да рәхмәт әсәй Ғүмер биреп тапҡанға. Мең -мең рәхмәт әтей - әней Мине һөйөп баҡҡанға. Иҫкә алам ғәзиздәрем Кесе аҙна, йомала. Әжер һауап яуһын һеҙгә Уҡылған һәр доғала.