Аңланым мин үҫә төшкәс
Аңланым мин үҫә төшкәс Ныҡлы терәү юҡлығын. Иҫтә әтей башым тарап Сәстәремде үргәнең. "Бер - бөртөгөм генә"- тиеп Хәстәрләп йөрөгәнең. Иркәләнең әтей мине Саманан тыш артығын. Әҙер инең бирергә һин Йөрәгеңдең яртыһын. Эх шул саҡтар иҫкә төшөп Йөрәгемде әрнетә. Әйтегеҙсе бәхет өсөн Сабыйҙарға ни етә? Әтей - әней ҡосағына Килә бик һыйынаһым. Яҡты ғаилә усағында Тағын бер йылынаһым. Хушлашмайса киттең әтей Ашың ҡалды ашалмай. Күпме хыял маҡсаттарың Эшең ҡалды башланмай. Ҡосаҡлап һөйә алманың Минең балаларымды. Һине беҙҙән айырырға Ник яҙмыш ҡабаланды. Их был ғәмһеҙ бала сағым Шундай шаян вайымһыҙ. Яҙғы ҡояш кеүек наҙлы Бер болотһоҙ, ямғырһыҙ. Бала саҡта ҡыҙыҡһынып Һорай инем әнейҙән: "Ниңә минең бер кемем юҡ Сәбәбе әней ниҙән". Үҫмер саҡта шул уҡ һорау Күңел түрен тырнаны. Ниңә минең бер кемем юҡ Бер ҡарындан тыуғаны. Ана ҡара күршеләрҙең Ете, һигеҙ балаһы. Енеләре, һеңлеләре Апаһы бар ағаһы. Шулай ғүмер үтә торҙо Үҫеп буй ҙа еткерҙем. "Баланы күп табырмын" тип Үҙ үҙемә һүҙ бирҙем. Ашты тормошҡа теләгем Күп балалы әсәй мин. Балаларымды ҡурсалап Әлегәсә йәшәйем. Ул, ҡыҙҙарым үҫеп етте Һәр береһе үҙ аллы. Бәхетле минең балалар Апайлы һәм ағайлы. Балаларға ауырлығым Һис кенә һалғым килмәй. Әммә ләкин ҡарт көнөмдә Яңғыҙым ҡалғым килмәй. Балаларҙың үҙ тормошо Тик борсорға уңайһыҙ. Осрашһаҡ та бик йыш ҡына Барыбер ҙә мин яңғыҙ. Онотҡанда бер булһа ла Килгеләп йөрөһәләр Телефондан шалтыратып Хәлгенәмде белһәләр. Үҙ яйыма йәшәй бирәм Сабыр итеп барһына. Әрләп ҡуям үҙ - үҙемде Юҡҡа - барға ярһыма. Һыйынырға, йылынырға Әтей, әней юҡ күптән. Һағыштарға сорналғанда Ярҙам һорайым күктән. Был донъяла бер яңғыҙым Яҙмыш йөгөн һөйрәйем. Йөрәк һыҡрап һыҙлағанын Кемдәргә һуң һөйләйем. Апай ҙа юҡ, ағайым да Терәк юҡ таянырға. Көнләшеп тә ҡуям ҡай саҡ Апайлы, ағайлыға. Серең һөйләр кешең барҙа Бәхетлеҙер апайлы. Ағайыңдың кәңәштәре Бар яҡтан да бит яйлы. Ауыр тормош ҡанундары Ҡағып - һуғып илатһа, Үҙе бәхет түгелме ни Апаң ҡосоп йыуатһа. Яңғышҡанда хаталарҙан Апайың аралаһа. Алға ынтылышың күреп Ағайың баһалаһа. Ҡайнап тормош ҡаҙанында Хаталанам, абынам. Ситтән ҡарап уҙһалар ҙа Тороп баҫам яңынан. Ауыҙ тулы ҡан булһа ла Эскә йотам төкөрмәй. Сабыр ғына өмөт итәм Килер бәхет көттөрмәй. Талғын ғына иҫкән елдәр Сәсемдән тарап үбә. Гөл -сәскәгә мул йәшлегем Көлтәләп нурын һибә. Сағыу миҙгелдәр биҙәген Бүләк итте яҙмышым. Көтә мине башланмаған Йәй көҙҙәрем, яҙ ҡышым. Күңелемдә яҙ ҡояшы Офоғом ал шәфәҡле. Ҡәнәғәтмен яҙмышыма Өйөп бирҙең бәхетте. Яҡты сағыу йәшлегемде Тағын иҫкә төшөрҙөм Бөгөнгеләй өр - яңынан Яңы хистәр кисерҙем. Моңло гармун көйҙәренә Уйнап бейеп йырларға. Сыға инек йәштәр менән Йыйылышып урамға. Һиҙелмәйҙә ҡала ине Һыҙлып таңдыр атҡаны. Хәтеремдә ипләп кенә Таңда тәҙрә ҡаҡҡаным. Ҡаршы ала әнейемдең Борсоу баҫҡан йөҙҙәре Ишетелә кеүек әле Шелтә ҡатыш һүҙҙәре. Тәҙерәнән күҙен алмай Әней йонсоп бөткәндер. Төн йоҡоларын йоҡламай "Ҡайтыр"- тиеп көткәндер. Дыуамаллыҡ, юләрлекме Аңламаным шул саҡта. Ниңә генә уйламаным Әнейем һинең хаҡта?!? Һинең хәлде, әней бәғрем Бөгөн мин дә кисерҙем. Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп Дүрт баламды үҫтерҙем. Көйәләндем үҙ - үҙемә Йәнемә урын тапмай Сәғәт һайын үртәләндем "Ник балам һаман ҡайтмай"?? Утҡа баҫҡан бесәй кеүек Сабыулап та йүгөрҙөм. Бәйенән ысҡынған эттәй Лауылдап та мин өрҙөм. "Ялғыш юлға баҫма балам" - тиеп гел дә киҫәттем. "Яман дуҫҡа юлыҡма"- тип Торҙом көн дә иҫкәртеп. Аңланым мин әнейемдең Нисек өҙгәләнгәнен. Һуңғы тамсы сабырлығын Йыйып нисек түҙгәнен. Әнейҙәр иҫән сағында Донъябыҙ ҙа түңәрәк. Ағарһа ла сәстәребеҙ Әнейҙәр беҙгә кәрәк. Һуң булһа ла күккә бағып Әней ғәфү һорайым. Барып еткәндер бит тием Әней һиңә ораным? Иҫән саҡта белеү кәрәк Әнейҙең ҡәҙерҙәрен. Рәнйетмәйек әнейҙәрҙе Өҙгөләп бәғерҙәрен. Оҙатҡанда оло юлға Ҡөръән алып ҡулына. Бәхет теләп доға ҡыла Ғәзиз ҡыҙы, улына. Әней уҡыған доғалар Тура юлға сығара. Өйрәтә ул был тормошта Ауырлыҡҡа сыҙарға. Һағындыра бала сағым Иҫкә төшә үткәндәр. Күҙ алдына пәйҙә була Ерҙән күккә киткәндәр.