Заман башҡа заңы башҡа
Заман башҡа заңы башҡа Баймырҙина Римма Бөгөнгө заман балаһы Ысынлап та талантлы. Бишле алып ҡайтһаң әгәр Үҫтерәләр ҡанатты. Эй уңғанһың, тип әсәйҙәр Һөйөп - һөйөп маҡтайҙар. Өләсәйҙәр һандығында Тәмле кәнфит һаҡлайҙар. Атай маһайып утыра Уҡығанға бишлегә. Өләсәйҙәр оноҡтарын Сығып һөйләй күршегә. Мин мәктәптә йөрөгәндә Алып ҡайтмаһам "биште". Бармаҡ менән төртөп кенә Күрһәттеләр мөйөштө. Шоколад һәм туңдырғыстар Беҙгә һирәк эләкте. Бишлене алып ҡайтһаҡ та Көтмәй инек бүләкте. Өйгә ҡайтып кереү менән Тотона инек эшкә. Шул сағында эй маҡтайҙар Эшләнең тиеп бишкә. Арала булды балалар Бар ине сей наҙаны. Исемендә хата менән Булғайны бит яҙғаны. Күтәрелде улар үргә Түрә булып тәхеткә. Атайҙың ҡалын кеҫәһе Ирештергәс бәхеткә. Заман башҡа, заңы башҡа Бер ниҙә килмәй бушҡа. Блат сват, алыш биреш Әйләнеш тә бәйләнеш. Тыуып етмәгән сабыйға Күптән әҙер йыйынсыҡ Үҙе оса, үҙе һөйләй Аудиолы уйынсыҡ. Үҫә төшкәс борсой башлай Белгес табыу ниәте. Үҙ телендә һөйләшеү юҡ Онотола милләте. Ата - әсә балаһына Ожмах ишеген аса. Уҡыу йорттарына тыға Таныш белеше аша. Сит илдәрҙә белем туплап Булмаҫмы тим елғыуар? Тыуған илгә юғалмаҫмы Патриотик тойғолар? Беҙ үҫкәндә барыһы ла Түләүһеҙ бушлай ине. Ата - әсә "балам"- тиеп Сәбәпһеҙ бошмай ине. Таныш - тонош, алыш - биреш Замана фәжиғәһе. Кемдәр уйлап сығарғандыр Был донъя ҡағиҙәһен.