Ишембайым
Ишембайым Баймырҙина Римма Ишембайым минең - ғорур ҡалам Лайыҡ булдың данлы исемгә. Һин күрһәткән сикһеҙ ҡаһарманлыҡ Һәммәбеҙҙең бөгөн иҫендә. Селтрәп аҡҡан Иҙел йылғаһылай Күңелемде йыуа уй - хистәр. Башҡортомдоң рухлы уландары Һиндә тыуа бөйөк шәхестәр. Ишембайым һинең ҡуйыныңда Ҡара алтын сыға урғылып. Тарих төпкөлөнән алыҫ шаңдау Яңғырайҙыр моңло йыр булып. Нисә милләт халҡын берләштереп Ишембайым йәшәп ятаһың. Ожмахҡа тиң мәғрүр гүзәллектә Һин күкерәп сәскә атаһың.