Килә яуа
Килә яуа Баймырҙина Римма Шифалы тибеҙ ямғырҙы Треклекте йәшәртә. Болотло көн мине генә Әллә нимә эшләтә. Ҡояш сыҡһа эй шатланам Хас та сабый балалай. Күк көмбәҙен болот баҫһа Күңел күге илаулай. Яуһаң яуҙа ҡойоп - түгеп Көн һайын һибәләмә. Туҡта ямғыр, туҡта инде Әҙ генә мине йәллә. Ҡан баҫымы эйәләште Хужа булды тәнемә. Менә төшә, менә төшә Һис тынғы юҡ йәнемә. Һорап тормай ҡан баҫымы Бер менә лә, бер төшә. Баш мейеһен быраулай ҙа Үтәнән - үтә тишә. Ҡан баҫымы, ҡан баҫымы Тиккә - юҡҡа ҡаныҡма. Килеп китһәң булмаймы ни Бер минутҡа, танһыҡҡа. Көн дә таңдан ҡан баҫымы Күтәрелә лә китә. Тонометр ҡулдан төшмәй Шуны үлсәп көн үтә. Сатнай яҙып башым һыҙлай Һеҙеке лә шулаймы? Самолётта осҡан һымаҡ Ҡолағығыҙ шаулаймы? Урыҫса давление булһа Башҡортса ҡан баҫымы. Ауырыуҙар араһында Иң көслөһө, таҫылы. Услап - услап дарыу эсеү Кереп китте ғәҙәткә. Әйтегеҙсе нисек итеп Ултырырға әҙәпкә? Ҡайһы саҡта шаҡ ҡатамын Ул ашҡаҙан нишләйҙер? Фармацех заводы һымаҡ Дөмбөр - шатор эшләйҙер. Йәһәт кенә эҙләп таба Файҙа ла юҡ ҡасыуҙан. Аптырағас яҙам инде Йәнем көйөп асыҙан. Олоғайғас шулай икән Әллә ниҙәр уйлата. Сая икән ҡан баҫымы Уйната ла илата. Биргеҙсе берәр кәңәш Ни эсергә, нишләргә? Ауырыуға үс итепме Бирешмәйсә йәшәргә! Килә яуа, килә яуа Эйәләште бер болот. Ҡояш сығып йылмай әле Ауырыу мине онот!