Яҡты таңдар атып торһон
Яҡты таңдар атып торһон Баймырҙина Римма Иман нурҙарын таратып Тағы яңы таң атты. Яңы көнгә өмөт өҫтәп Яҡты хыялдар артты. Артып торһон тән ныҡлығы Күңелдәрҙә изгелек. Ҡайтһын ине тыуған ергә, Илебеҙгә именлек. Хаҡ Тәғәләм айырмаһын Һаулыҡ тигән байлыҡтан. Мөһим сифат сабырлыҡтан Һәм тәүфиҡле ҡартлыҡтан. Изге ғәмәлдәр ҡылырға Күңел талпынып торһон. Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар Көндә артылып торһон.
52 просмотров