Әсәйем доғаһы
Әсәйем доғаһы Баймырҙина Римма Таң атҡанда, ҡояш батҡанда ла Бәхет теләй әсә балаға. Эй Хоҙайым бәлә - ҡазаларҙан Зинһар өсөн берүк арала. Йыраҡ юлға сыҡһа, Хызыр Ильяс Юлдаш булып йәнәш атлаһын. Яман күҙҙән һәм дә ялған һүҙҙән Бер Хоҙайым үҙе һаҡлаһын. Һәр тыуаһы яңы таңдарыбыҙ Бәхет - шатлыҡтарҙан ҡоролһон. Үҙ парҙары менән бергә - бергә Ғүмер юлдарынан уҙылһын. Сабырлыҡ бир Раббым балаларға Ауырлыҡҡа сыҙай алырлыҡ. Абынмайса ғүмер юлдарынан Етәкләшеп бергә барырлыҡ. Йә Раббым, ғәзиз балаларыбыҙ Йөҙөбөҙҙең булһын аҡлығы, Оҙон ғүмер, иман байлығы бир Һәм дә күңелебеҙ шатлығы.