*"Ижад шишмәһе"*
*"Ижад шишмәһе"* ✍️✍️✍️✍️✍️✍️ Барый Ноғомановтың "Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы" әкиәтен шиғыр юлдарына һалдым *Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы* Булған ти борон заманда Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы. Ҡарһылыуы, Көҙһылыуы Йәйһылыу, наҙлы Яҙы. Бер мәл ҡояш йыйып алған Йыл бабайҙың ҡыҙҙарын. Мут йылмайып һорау биргән Һибеп яҡты нурҙарын. Әйтегеҙсе һис тартынмай Ҡайһығыҙ матурыраҡ? Арағыҙҙа иң сыҙамы, Ҡыйыу һәм батырыраҡ? Ә ҡояштың устарында Туп - тулы яҡты йондоҙ. Кем ярышта иң беренсе Бүләккә лайыҡ шул ҡыҙ. Көҙһылыу һүҙҙе башлаған: -Мин йыям уңыштарҙы. Алтынға күмеп донъяны Оҙатамын ҡоштарҙы. -Әллә минең эшем аҙмы? Ҡар боҙҙарҙы иретәм. Яҙғы ҡояш нуры менән Тәбиғәтте терелтәм. -Бик ашыҡма әле- тиеп Яҙ һүҙен Йәй бүлдергән. -Мин түгелме һуң донъяны, Гөл - сәскәгә күмдергән? Ҡарһылыу ҙа өнһөҙ ҡалмай: -Мин ерҙе ял иттерәм. Бар донъяны аҡҡа күмеп Көмөш тәңкә һиптерәм. Аптырашта ҡалды ҡояш, Кемгә бүләк бирергә. Барыһы ла матур, батыр, Нисегерәк бүлергә. Тигеҙ булһын барығыҙға Бер кемде лә кәмһетмәм. Усындағы йондоҙҙарҙы Тотҡан да күккә һипкән. Һәр миҙгелдең үҙ бүләге Бәхет, шатлыҡ өләшә. Яҙын, ҡышын, көҙөн йәйен Йондоҙҙар емелдәшә. Аҙаҡ йыл бабай ҡыҙҙарын Оло табынға йыя. Һәм табындың уртаһына Йылы икмәген ҡуя. Икмәк үҫтереүҙә тейҙе Һәр миҙгелдең өлөшө. Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙының Оло хеҙмәт емеше. Миҙгелдәр бит бер туғандай Бер - береһенә терәк. Һаҡлар өсөн тереклекте Ҡар, ҡояш, ямғыр кәрәк. *Римма Баймырҙина*