Аманат
Аманат Римма Баймырҙина Ата - бабаларҙан ҡалған Беҙгә изге аманат. Туғанлыҡ ептәрен өҙөү Аманатҡа хыянат. Аҫылташтан нағышланған Һеҙ ынйы бөртөктәре. Өҙөлмәһен туғанлыҡтың Нәҫел ырыу ептәре. Беҙ үҫкәндә туған ырыу Бергә табын бүлеште. Саф күңелдән ҡолас йәйеп Ҡул бирешеп күреште. Ниндәй генә байрамда ла Ҡалдырманы күршеһен. Әллә замана үҙгәртә Беҙҙең быуын кешеһен. Өйҙә йоҙаҡ эленмәне Гөрләп торҙо өмәләр. Хәҙер күңел ишегенә Тимер йоҙаҡ эләләр. Күршелә кем йәшәгәнен Йылдар буйы белмәйҙәр. Туғандарҙың аһ - зарҙарын Ишетмәйҙәр, күрмәйҙәр. Туғанлыҡ ептәрен һаҡлау Беҙҙең бурыс аңлағыҙ. Гонаһ булыр әхирәттә Язаларын алмағыҙ. Йәштәргә үрнәк күрһәтеп Олоно хөрмәт итеп. Йәшәйексе татыу ғына Аллаһҡа рәхмәт әйтеп.