Тарих битендә ҡалыр
Тарих битендә ҡалыр Баймырҙина Римма Тарих тағын бит өҫтәр Ил һөйгән уланына! Көслө рухлы Башҡорттар Сығыр яу яланына. Ата - бабанан ҡалған Аманатты аҡларҙар. Сит яттарҙан тапатмай Тыуған ерен һаҡларҙар. Тел бәҫтәре бөтмәгән Юҡлыҡта һәм ҡытлыҡта Оҙаҡ йылдар һаҡланған Беҙҙең рухи ныҡлыҡта. "Ҡол итәм"- тип Башҡортто Пётр батша көс түккән. "Көл итәм"- тип еремде Күпме маңғорт үс иткән. "Ил, телем"- тип йән атҡан Башҡортом уҙаманын. Бикләп ҡуйып зинданға Яба алмаҫ ауыҙын. Яңғыраһын һәр ерҙә Башҡорт халҡы бәйәне, Һаҡлап, яҡлап үҙ ерен Киләсәккә әйҙәһен. Илгә, телгә булайыҡ Ныҡлы ҡанат, күҙ - ҡолаҡ. Өндәшмәй ситтән ҡарап Булмайыҡ беҙ: күс - ҡомаҡ. Тыуар әле тыуар тим Тыуар Шәһит, Зәкиҙәр. Йәшәлмәгән ғүмерҙе Дауам итәр Рәмиҙәр. Киләсәктә, тыуар тим Аҡмулла, Һәҙиәләр. "Илем"- тиеп йән биреп Киләсәккә әйҙәрҙәр. Тарих битендә ҡалыр Батыр улан дандары. Дауам итәр киләсәкте Салауат уландары.