Хисле күңел
Хисле күңел Баймырҙина Римма Яҙғы ташҡын кеүек ярһыуҙыр ул, Хислеләрҙең күңел тойғоһо. Төпһөҙ упҡын төҫлө тәрәндер ул, Шағирҙарҙың илһам ҡойоһо. Төн сыҡҡансы шағир, хыял ҡошон Осораҙыр йыһан иңләргә. Нағышлайҙыр йәйғор төҫө менән Хискәйҙәрен имләп биҙәргә. Таш - ҡаялар ярып, урғып сыҡҡан Ҡушып шишмәләрҙең сафлығын. Таң нурына мансып ҡаурыйҙарын Бар донъяның йыя яҡтыһын. Сәскә үпкән ысыҡ тамсыһың Йыйып алып татлы һуттарын. Ҡоштар йырын ҡушып моң тыуҙырып Ҡыуандыра яҡын дуҫтарын.