Милли кейем - милләт ҡото
Милли кейем - милләт ҡото Римма Баймырҙина Милли кейем – милләтебеҙ ҡото, Тышҡы ҡиәфәттә сағыла. Эске донъяһының көнкүреше, Мәҙхиәләр булып ағыла. Башҡортомдоң милли ҡомартҡыһы, Милли кейем – милләт аҫылы. Шәжәрәһе, ырыу тамғалары – Киләсәктең йәшәү асылы. Милли кейемдәрҙең биҙәлеше – Милләтебеҙ йәшәү рәүеше. Быуаттарҙың ҡиммәттәрен һаҡлай, Рухи байлығыбыҙ өлөшө. Түшелдерек кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, Һаҡлап килә ғөрөф-ғәҙәтте. Ҡара көстәрҙән һаҡлаусы тылсым, Фарыз итә тәртип-әҙәпте. Тыйнаҡлыҡ, оялсанлыҡ, саялыҡ – Башҡорт ҡыҙына хас ҡылыҡтар. Асыҡ күңел, йомартлыҡ, ҡунаҡсыл, Юҡтыр кеүек башҡа халыҡта. Көмөш тәңкә менән нағышланған, Мәрйендәре диңгеҙ ташынан. Ялт-йолт итә камзул тәңкәләре, Башҡорт ҡыҙы – йөҙөк ҡашылай. Күбәләктәй осоп өйөрөлә, Талсыбыҡтай нескә бил – нәҙек. Сылтыр-сылтыр итә сулпылары, Ҡулдарында көмөш беләҙек. Башҡортомдоң милли ҡомартҡыһы, Йәшәйеш, тормош тәртибендә. Сағылалар ырыу һиммәттәре, Ил әсәһенең тел төбөндә. Башҡортомдоң милли йолалары, Халҡы, йыраусылар ҡулында. Фатихаһын биреп, доға ҡылып, Иман нуры сәсә юлында.