Иманлы булайыҡ
Иманлы булайыҡ Баймырҙина Римма Кеше ғүмере әйтерһең атылған уҡ Бөгөн бар кеше, ә иртәгә ул юҡ. Кеше килә ергә, китә бер бер артлы Үлем тыуымдар булған беҙгә саҡлы. Күрәһе тәҡдирең маңлайға яҙылған Килеп китеүҙәрҙән донъя ҡоролған. Был донъяға киләбеҙ бәхет арттырып Китәбеҙ, ҡайғы хәсрәткә батырып. Иман юлына саҡырыу беҙең бурыс Тормыш талабы булһа ла бик ҡырыҫ. Иманлы булһын һәр кемдең дә балаһы Ҡиблаһы булһа, ташламаҫ Аллаһы.
135 просмотров