Елкән булыр хыялым
Елкән булыр хыялым Баймырҙина Римма Ҡанат ҡуйһаң иңдәремә Елкән булыр хыялым. Һин булмаһаң яндарымда Йәмен тапмам донъяның Күктә балҡыған йондоҙом Бул һин яҡты ҡояшым. Һис тайпылмам яндарыңдан Булырмын бәхет ҡошоң. Иңләй - иңләй киң Йыһанды Ҡанат ҡағып осарбыҙ. Хыялыбыҙ диңгеҙенең Тулҡындарын ҡосарбыҙ. Һынмаҫ өмөт ҡанатыбыҙ Елкән елде ҡыуалар. Бер - береһен һөйгән йәрҙәр Бик бәхетле булалар.
72 просмотров