Йәй хушлаша
Йәй хушлаша Баймырҙина Римма Йәй хушлаша бөгөн беҙең менән Бик оҙаҡҡа түгел, бер мәлгә. Иҫән булып тағын осрашырбыҙ Гөл - сәскәле йәмле бер йәйҙә. Дымлы ергә төшкән орлоҡтарҙан Гөрләп ҡалкыр яҙын шытымдар. "Себештәрҙе көҙ һынайҙар" тигән Халыҡ телендә бит әйтем бар. Ҡояш нурын һипте һаранланмай Мулдан булды йәйҙең бүләге. Шифалы ла дарыу үләндәре Түшәлептәр үҫте еләге. Ҡояш нурҙарынан сихәт алып Һыу ҡойондоҡ йылға күлендә. Яҡты хәтирәгә тулы йәйем Һаҡланасаҡ мәңге күңелдә. Йәй хушлаша бөгөн беҙең менән Алтын көҙгә эшен тапшырып. Мул уңышҡа йәйем өлгәштерҙе Ултырманы ҡулын ҡаушырып.