Ғейберәтле нәсихәт
Ғейберәтле нәсихәт Баймырҙина Римма Сәйер генә бер төш күрҙем Берүк уҡып көлмәгеҙ. Аҡыл - аңы еңеләйгән Иҫәр икән тимәгеҙ. Шапыртынып һөйләү түгел Һүҙҙәрем ысын хаҡтан. Бигерәктә хисле күңел Булды шул, бала саҡтан. Ҙур табынға йыйылғандар Әтей - Әней, туғандар. Ете быуын балалары Ырыуым бабалары. Ситтән генә ҡарап торам Бер кемдә ҡаршы алмай. Хәл - әхеүәлем һорашып Береһе аралашмай. Аҡ һаҡаллы бабай килде Әкрен генә эргәмә. "Нишләп бында йөрөйһең"- тип Башланы ул әңгәмә. "Һиңә бында әле иртә Бар ҡайт килгән ереңә Балаларың һине көтә Иман китер өйөңә". "Зинһар өсөн ҡыуалама Килгәс китәйем күреп. Тамуҡ, ожмах нисек була Үткәс сират күперен". Ҡаршы төшмәне бабайым Алып китте етәкләп. "Иман шартын беләһеңдер"- Һорашты ул ентекләп. "Динең ниндәй тип һорарҙар Мосолман мин тиәрһең. Ҡылған ғәмәлең һынарҙар Ни тип яуап бирәрһең?. Тоттоңмы һин, ураҙаңды Беләһеңме ҡөръәнде. Биш ваҡытлы намаҙыңда Ҡапманыңмы хәрәмде". Сират күперен үтеүе Үҙе бер оло һынау. Тайып китһәме аяғың Көтә төпһеҙ, ҙур канау. Тамуҡ мәхшәр көне еткәс Әжер йыяр һәр кеше. Ярҙамға килер доғалар Ҡылған һәр изге эше". "Балам - тине, тәүбәңә кил Тәүбә иманға дәлил. Ата - Әсәң хаҡын һаҡла Иман юлынан атла. Хушлашырға ваҡыт етте Һиңә ҡайтырға кәрәк. Ике донъя бәхетен күр Минән һиңә шул теләк Байлыҡ артынан ҡыумағыҙ Әжер - һауап йыйнағыҙ. Хәйер - саҙаҡһыҙ итмә Йома көндәре етһә. Йомшарыр ятҡан ерҙәре Киңәйер тар гүрҙәре. Емерелмәҫ әрүәхтәрҙең Мәңгелек йорт өйҙәре. Доға ҡылып теләк телә Һәр көн иртә кистәрен Ҡайғы хәсрәт әгәр килһә Ал үҙеңә хәстәрен. Шулай тине лә юғалды Аҡ томандай таралды. Аҙан кеүек яңғыраған Нәсихәт кенә ҡалды.