Торатауым
Торатауым Баймырҙина Римма Торатауым - халҡым ҡомартҡыһы Әүлиәләр, хандар төйәге. Сал тарихын, изге рухы менән Күкрәгендә һаҡлай һөйәген. Тәүге ҡояш нурын офоҡтарҙан Торатауым ҡосоп алаһың. Бирешмәйсә заман дауылына Ғорур баҫып ҡарап ҡалаһың.. Йән яғыма байҡау яһайым да Күтәреләм һинең үреңә. Тирә - яғың, әкиәти донъя Ус төбөндә кеүек күренә. Көс - ғәйрәтем, йәшәү дәрте арта Менеп баҫҡас ҡая - ташыңа. Осар инем йәйеп ҡанатымды Әйләнеп тә ҡыйғыр ҡошоңа. Төпһөҙ генә күлең - Туғарһалған Сөңгөлөнә серҙәр йәшергән. Ҡайғыһын да бүлеп, шатлығын да Халҡым менән бергә кисергән. Шихан тауҙар халҡым ғорурлығы Һыухандың һеҙ батыр уланы. Ҡор йыйғанда, ата - бабаларҙың Яңғыраған алыҫ ораны.