Тормош ҡағиҙәһе
Тормош ҡағиҙәһе Баймырҙина Римма Һары сапан кейгән көҙ егете Йәй киткәнсе килеп өлгөргән. Тотҡарларға теләп йәйһылыуҙы Йән - фарманға әллә йүгергән. Йәй менән көҙ осраштылар Хушлашырға килгән егеткәй. Йәй сәстәрен тарап көҙ шыбырлай "Ҡал янымда тиеп үгетләй". Ел - ямғырҙар һиңә тигеҙмәмен Алтын - көмөштәргә күмәрмен. Мин бит һине шундай яратамын Затлы кейемдәргә төрәрмен. Һәр нимәнең була ҡағиҙәһе Сиратлашып килә миҙгелдәр. Кешеләр ҙә киләләр, китәләр Ҡабатланмай бәғзе ғүмерҙәр.