Ниндәй ҡеүәттәргә эйә икән
Ниндәй ҡеүәттәргә эйә икән Зәңгәр күктә йөҙгән болоттар? Шул болоттай ағып үтә ғүмер ... Йылдар үтә... сәғәт -минуттар... Үтә күренмәле зәңгәр күктә Болот мендәрҙәре төҙөлгән . Алып китә мине хыял-уйым Йыраҡ үткәндәрем эҙенән ... Яңғырағанда тарих төпкөлөнән Үткәндәрҙең йыраҡ шаулауы , Яҡты киләсәккә өмөт бағлап Алһыуланып ата таңдары . Талғын ғына иҫкән елдәр менән Ағыла ла ағыла болот ағыла . Шул болотҡа ҡарап күңел генә Үткәндәрен уйлап һағына ... Римма Баймырҙина Эмиль Абдрахманов көйө Юнир Һағынбаев башҡарыуында