Яҙ һулышы күңелдә
Яҙ һулышы күңелдә Баймырҙина Римма Зәңгәр күккә бағып, хыялланып Киләсәккә осам шашынып. Сик ҡуймайса йөрәк ярһыуына Йүгерәмен һаман ашығып. Һалҡын ҡыштан сығам яҙҙарыма Бөрөләнеп сәскә атырға. Был тормоштоң бәхет - шатлыҡтарын Өлгөрәһе килә татырға. Үткәндәргә ҡарап үкенмәйем Сәскәле йәй ҡалды алыҫта. Аяҡ баҫам тиеп ашығамын Алтын көҙөм һалған балаҫҡа. Көҙгө шәфәҡ нуры алһыулана Офоҡтарҙа ҡояш байышы. Талпынһам да ҡабат яҙҙарыма Көҙҙәремә кереп барышым Күңелемдә яҙың һулышы.