Баҡса - күңел дауаһы — 7 августа 2026 г. в 13:10:36.206
Баҡса - күңел дауаһы Баймырҙина Римма Баҡса эше арытһа ла Баҡса - күңел дауаһы. Иҫертерлек сихри еҫтәр Тәмле баҡса һауаһы. Баҡса - уңғанлыҡ, таҫыллыҡ Талап иткән ер эше. Төрлө хәрәкәткә кереп Ҡаҙына ерҙә кеше. Йыл буйына туйындырған Йәмле йәйҙең миҙгеле. Өс айлыҡ ҡына дауамы Һәр кемгә лә билгеле. Йәйҙең һәр көнө ҡәҙерле Сәғәте, минуты ла. Ҡышын тәмләп сәй эскәндә Йонсоуҙар онотола. Йән теләй ҡышҡы һалҡында Йәйҙең эҫе селләһен. Һағындыра йәй мәлдәре, Тәмле емеш - еләге. Ҡайнатманың һәр төрлөһөн Һыуытҡысҡа тултырып. Үлән сәйҙәрен эсәбеҙ Ғаилә менән ултырып. Турағанда илатһа ла Йәшел ҡыяҡлы һуған. Тел йоторлоҡ ризыҡ була Йәлләмәй услап һалһаң. Йәшелсә лә витамин күп Эшкәртеп кенә өлгөр. Ҡан әйләнешен яҡшырта Бешкән ҡыҙыл сөгөлдөр. А витамины файҙалы Беҙҙең ише кешегә. Шпонатта, петрушкала Укроп менән кишерҙә. С матурлыҡ витамины Була һәр йәшелсә лә. Төрлө еләк ҡайнатмаһы Яҡшы ҡышҡы селләлә. Боросо ла, ҡыяры ла Ҡабағы, кәбеҫтәһе. Һәр йортта ла тулы булһын Һыуытҡыстар кәштәһе. Һағынырбыҙ һалҡындарҙа Йәйҙең хозур мәлдәрен. Йәйҙең татлы емештәрен, Хуш еҫле йәй тәмдәрен.