Тыныс йоҡла Линар, бәхил бул — 7 августа 2026 г. в 12:59:08.915
Тыныс йоҡла Линар, бәхил бул Баймырҙина Римма (һорау буйынса) Йөрәккенәң һыҡрап ҡанһыҡҡанда Иламайса нисек сыҙарға? Бәғерҙәрҙе телә утлы ғазап Уралғанда ауыр уйҙарға. Үҙең юлдар ярҙың яугирлеккә Аяманың ғәзиз ғүмерең. Мәңге һүнмәҫ һағыш ялҡынында Яна һинең ғүмер... күмерең. Һинһеҙ генә үтәр көндәр - төндәр Һыуҙай ағып, уҙыр ай - йылдар. Йөрәктәрҙә мәңге һаҡланырһың Тыныс йоҡла...бәхил бул Линар.. "Үҙ бурысым тыуған ил алдында Ауырлыҡҡа һынмай түҙәрмен. Ҡағылмаһын һеҙгә һуғыш еле" Ошо булды һуңғы һүҙҙәрең.