Насип итһен ине — 7 августа 2026 г. в 12:57:41.216
Насип итһен ине Баймырҙина Римма Насип итһен ине Хаҡ Тәғәләм Алтын көҙҙәремә керергә. Балаларым тәүфиҡтәрен биреп Ҡәҙер - хөрмәттәрен күрергә. Һис кенә лә ғәзиз балаларға Ауырлығым килмәй һалырға. Насип итһен ине Хаҡ Тәғәләм Үҙ аңымда теүәл ҡалырға. Әсәләр бит мәңге йән аямай Балам тиеп өҙ(ө)лөп бағалар. Сабый булып ҡала ғүмер буйы Ҡырлаһа ла ҡырҡты балалар. Насип итһен Раббым балаларға Ҡартлыҡ бәхеттәрен тоярға. Алтын ҡалҡан булһын хыялдары Бәхет тәхеттәрен ҡоярға.🤲🤲🤲
132 просмотров