Танһыҡ ҡына
Танһыҡ ҡына Баймырҙина Римма Танһыҡ ҡына тыуған ауылымдың Һәр һуҡмағы, һәр бер урамы. Үткәндәрҙең яҡты хәтирәһен Һағынмайса йәшәп буламы? Нисә тапҡыр инде ҡарҙар яуып Ҡапланғандыр һалған эҙҙәрем. Шытып сығып йәшел бәпкә үлән Тапалғандыр тағын көҙҙәрен. Танһыҡ миңә ғәзиз еркәйемдең Әрем еҫе, әрем тәме лә. Тыуған яҡтың саф һауаһын һулап Дауа алам йәнем, тәнемә. Танһыҡ ҡына йәшлек хәтирәһе, Ойоп тора күңел күгендә. Йәшнәп үткән йәшен шаңдауылай Балҡып ҡуя ғүмер көҙөндә.
128 просмотров