Йәйғор төҫлө хистәрем
Йәйғор төҫлө хистәрем Баймырҙина Римма Шау сәскәле, еләкле лә Үтеп бара йәйгенәм. Мул уңышлы, көҙ һулышы Баҫыу - ҡырға йәйелгән. Бер аҙ ғына моңһоуланып Алтын көҙгә керәмен. Яҡты өмөттәр нағышлап Түшәп өмөт келәмен. Үтеп барған йәмле йәйҙең Ете төҫлө йәйғоры. Һағышы ла нағыш бит ул, Илаҡ көҙгө ямғыры. Миҙгел артынан миҙгелдәр Йыл һайын ҡабатлана. Хистәрем дә йәйғор төҫө Талпына, ҡанатлана.
133 просмотров