Аллаһҡа шөкөр — 7 августа 2026 г. в 10:47:13.095
Аллаһҡа шөкөр Баймырҙина Римма "Аллаһҡа шөкөр" тигән һүҙ Ҡабатланһын һәр иртә. Яҡты теләк, матур уйҙар Беҙҙе бәхетле итә. "Аллаһҡа шөкөр" уяндым Яҡты көндәр күрергә. Мөмкинселек бирҙең Раббым Яҡындарым һөйөргә. "Аллаһҡа шөкөр" йөрөйөм Аяҡ - ҡул хәрәкәттә. Аллаһ бирһә үтһен ине Һәр көнөм бәрәкәттә. Рәхмәтлемен Хоҙайыма Шөкөр итәм барына. Иҫән булһын яҡындарым Һаулығымдан айырма. Ғүмер ҡәҙерҙәрен белеп Йәшәргә лә, йәшәргә. Өлгөрәйек иҫән саҡта Изгелектәр эшләргә. "Бисмиллях" тиеп башланһын Тыуаһы һәр көнөбөҙ. "Аллаһыма шөкөр" тиеп Йәшәһен һәр кемебеҙ.