Яңғыҙ ғүмерҙәр
Яңғыҙ ғүмерҙәр Баймырҙина Римма Гөрләп сәскә атҡан Гөл баҡсабыҙ аҡтан, Шау сәскәлә беҙҙең алмағас. Күңелем һөйөнә Моңло йыр көйөнә, Һандуғастар өҙ(ө)лөп һайрағас. Ниңә генә икән Иртә киттең иркәм Тәмләмәнең бешкән емешен. Рәнйеп һыҙланыуҙар Әрнеп уйланыуҙар Миңә генә төшкән өлөшме. Наҙлы яҙҙарымда Юҡһың яндарымда Өҙөлөр ҙә инде үҙәгем. Яңғыҙым ҡалғанда Йән ҡуҙы янғанда Һыҙланыуға нисек төҙәрмен. Һандуғасым ҡайтыр Алмағасым атыр. Гөл баҡсаны нурға күмерҙәр. Миҙгелләрҙе барлап Һине генә уйлап Яңғыҙ ғына уҙа ғүмерҙәр.