Төштөң була төрлөһө — 30 сентября 2026 г. в 11:30:47.117
Төштөң була төрлөһө Баймырҙина Римма Төштәрҙең була төрлөһө Ҡыҫҡаһы ла, оҙоно, Юрай белеү генә кәрәк Ҡолаҡ һалып олоно. Төштәрҙең була төрлөһө Яҡшыһы һәм яманы, Насар тойғо ҡалдырғаны Йәнең утҡа һалғаны. Төштәрҙең була төрлөһө Онотола торғаны. Яҡты хәтирәләр булып Мәңге иҫтә ҡалғаны. Юҡҡа ғына боронғолар Төштө "йомғаҡ" тимәгән. Яҡшыға юраған төштәр Аҡ юлдан тәгәрәгән. Күп ваҡытта беҙ төштәргә Бик ихтибар бирмәйбеҙ. Нисек кенә юраһаҡ та Мәғәнәһен белмәйбеҙ. Таң алдынан күргән төштәр Тормошҡа тиҙ ашалар. Баҡыйлыҡҡа күскән йәндәр Тик төштә осрашалар. Йоҡо үлем бер енестән Тик бар бер айырмаһы. Йоҡлағандың йәне тәндә Ҡала тип фарызлайһы. Олоғая барған һайын Ихтибар арта бара. Донъя шулай ике яҡлы Көн менән төн, аҡ - ҡара. Йоҡлағанда төрлө төштәр Күрә әҙәм балаһы. Иҫкәрткәне бар төштәрҙең Иртәгә ни булаһын. Өҫтән килгән был хәбәрҙе Еткерәлер фәрештә. Мәңгелеккә күскән йәндәр Керәләр бит гел төшкә. Төштә булған күренештәр Был донъяға ишара. Үлемдән һуң йәшәү барға Барыбыҙҙа ышана. Төйәк иткән серле донъя Бер көн килеп юғала. Ваҡыт еткәс һәммәбеҙҙә Мәңгелеккә юл ала. Йоҡлайыҡ беҙ төштәр күреп Тәмлеһен һәм төҫлөһөн. Ятыр саҡта уҡыу кәрәк Доғаларҙың көслөһөн. Төштәребеҙ матур булһын Имен үтһен төнөбөҙ. Айырылмаһын тәнебеҙҙән Беҙҙең ғәзиз йәнебеҙ.