Яҙмыш бүләге
Яҙмыш бүләге Баймырҙина Римма Атыр таңдар алһыу, хис - тойғолар ярһыу Мин йәшәүҙән мәңге туймамын. Һары көҙҙәр етһә, бәғеркәйҙе өтһә Сағыу төҫкә буяп ҡуярмын. Болоҡһона күңел, әллә ниңә бөгөн Етмәгән дә көҙөм етмәгән. Ҡояш нурын һибә, елдәр наҙлап үбә Үтмәгән дә йәйем үтмәгән. Шатлығын да күрҙем, ҡайғыһына түҙҙем Өлөшөмә төшкән көмөшөм. Йәшәү ауыр тимәм, башым түбән эймәм Һис кенә лә түкмәм күҙ йәшем. Хистәр ярһыу көслө, мәңге һүнмәҫ төҫлө Миҙгелдәрем тормош биҙәге. Шатлыҡ ҡатыш балҡыш, ете төҫлө нағыш Барыһы ла яҙмыш бүләге.