Ап - аҡ донъя
Ап - аҡ донъя Баймырҙина Римма Донъя бит ул: күрә белһәң Ап - аҡ төҫкә биҙәлгән. Сабый тыуғас та донъяға Аҡ биләүгә биләнгән, Аҡ бәхеттәр теләй - теләй Түргә бишек эленгән. Әсәләрҙең төн йоҡоһо Нисә тапҡыр бүленгән. Сабый ғүмерен ҡурсалап Шул бишеккә эйелгән. Әсәләрҙең һөйөүе лә Ап - аҡ хискә төрөлгән. Шундай матур ап - аҡ донъя Күңел күҙе күргәнгә. Ҡараны ла аҡҡа төрөп Ап - аҡ хистәр үргәнгә. Шул хистәрҙе яҡыныңа Бүлеп бирә белгәнгә. Ап - аҡ донъя ҡараймаһын Юғалмаһын аҡлығы. Аҡ көйөнсә ҡалһын ине Күңелебеҙ сафлығы. Ап - аҡ нурҙар сәсеп торһон Һөйөү, бәхет, шатлығы.