Һағындыра
Һағындыра Баймырҙина Римма Ваҡыт уҙған һайын һағындыра Бер вайымһыҙ бала саҡтарым. Шау сәскәле болон, туғайҙарым Һағындыра тыуған яҡтарым. Оло ялан, бесән сабынлығы Төнгө эштәр, ырҙын табағы. Әйләндереп ваҡыт ҡуласаһын Эх, шул саҡҡа кире ҡайтаһы. Йыйылышып урам балалары Муйыл тиргән саҡтар туғайҙа. Һағындыра бигрәк шул саҡтағы Сыр - сыу килгән, хатта турғайҙа. Емеш еләккә бай, яландарым Бүҙтирәгем, әбей ояһы. Рухи аҙыҡ алған тыуған яғым Әкиәти тылсым донъяһы. Һыуҙар һымаҡ ағып, йылдар уҙа Ҡайҙа улар шулай сабалар. Арта ғына бара һағныуҙарым Йырағайған һайын аралар.