Мәктәп йылдары
Мәктәп йылдары Баймырҙина Римма Нисә саҡрым атлап уҙылғандыр Туҙанлы ла мәктәп юлдары. Һынай ҡалһаң әгәр бармаҡ менән Етмәҫ ине әҙәм ҡулдары. Барып урай инек ҡайһы саҡта Ике тапҡыр ауыл араһын. Эй әрһеҙ ҙә, талымһыҙ ҙа булған Беҙ үҫкәндә ауыл балаһы. Ҡарлы ямғыр, ҡышҡы һалҡындары Боҙбармаҡтай туңып ҡатыуҙар. Юл буйынса ҡарҙа аунай - аунай Ҡараңғыға ҡалып ҡайтыуҙар. Заманаһы башҡа, асфальт юлдар Йәйәүлеләр юлда юҡ буғай.. Алға китеш интернет, айфондар Онлайн дәрес хәҙер бик ҡулай. Шаулап гөрләп уҙған мәктәп юлы Һағындыра дауыл бураны. Ҡайтып урар инем, мөмкин булһа Шул туҙанлы ауыл урамын.