Әсәй кәрәк
Әсәй кәрәк Баймырҙина Римма Әсә фатихаһы кәрәк Башлағанда һәр эште. Аяп ҡала ғазаптарҙан Әсәй фәрештә ише. Һанһыҙ кәртә ҡаршылыҡты Еңәргә ул өйрәтә. Ҡараңғыла аҙашҡанға Һәр ваҡыт юл күрһәтә. Ҡай сағында ауыр һүҙҙәр Телебеҙҙән ысҡына. Етмәй ҡала әсәйҙәргә Ваҡытыбыҙ йыш ҡына. Ҡайғы - һағыштар баҫмаһын Әсәйҙәрҙең күңелен. Ҡара болот ҡапламаһын Зәңгәр аяҙ күк йөҙөн. Доғала булған әсәйҙәр Юл ҡуйҙыртмаҫ йәбергә. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла Әсәйҙәр кәрәк беҙгә.