Әнейемде төштә күрҙем
Әнейемде төштә күрҙем Баймырҙина Римма Әнейемде бөгөн төштә күрҙем, Иртән тороп мейес яҡҡанын. Бер вайымһыҙ ғына бала сағым Иркәләнеп йоҡлап ятҡаным. Төштә бөгөн әнейемде күрҙем Көйәнтәләп һыуҙан ҡайтҡанын. Сәстәремдән наҙлап һыйпағанын Юрғанымды рәтләп япҡанын. Бөгөн төштә әнейемде күрҙем Йырлай - йырлай ҡамыр баҫҡанын. Онотолоп донъя мәшәҡәте Шат йылмайып күҙем асҡаным. Әллә өнөм, әллә төшөм булды Һыҙылып та атҡан ал таңым. Үткәндәргә татлы хыял менән Төштәремдә бары ҡайтамын.