Көмөш алҡа
Көмөш алҡа Баймырҙина Римма Баҡыйлыҡҡа әсәй күсеүеңә Байтаҡ йылдар үтеп китһә лә, Бөгөнгөләй иҫтә, әйткән һүҙең Һинең йәшкә килеп етһәм дә. "Фатихамдың төҫө итеп бирәм - Алҡамды һин берүк юғалтма. Бурыс - иман: ваҡытында түлә Бурысыңды үтә, онотма". Мәңгелеккә күсереңде һиҙеп Ҡулдарыма һалдың алҡаңды. "Һаҡла ҡыҙым"- тиеп күҙҙәреңде Мәңгелеккә йомдоң ал таңды. Ҡулдарыма алдым әле бөгөн Иҫтәлеккә ҡалған алҡаңды. Ошо алҡа тылсым эйәһеләй Бәлә - ҡазаларҙан һаҡланы. Ярһып - ярһып, тормош даръяһылай Аҡты ғүмер, аҡты урғылып. Әсәйемдән ҡалған көмөш алҡа Балҡый һаман яҡты нур булып. Минең өсөн бөгөн иң ҡәҙерле Көмөш алҡаң бүләк - ҡомартҡы. Тәсбих итеп таҡтым ҡолағыма Шул бүләкте килмәй юғалтҡы. Ҡулдан - ҡулға күскән ҡомартҡыны Бүләк иткән, әсәм-әсәһе. Ете быуын нәҫел ырыуыма Аллаһ бирһә булыр күсәһе. Һуңғы һулышымды алған саҡта Шул алҡамды һалып усыма, Үтәй алһам әсәй васыятың. Тоғро ҡалырмын бурысыма.