Тормош юлы
Тормош юлы Баймырҙина Римма Артмаҡ аҫып арҡабыҙға Тормош һуҡмаҡтарын үтәбеҙ Бына шулай әкрен генә Ғүмер йомғаҡтарын һүтәбеҙ. Тормош юлы - яу яланы Кемдер еңә, кемдер еңелә. Ауырлыҡҡа сыҙай алмай Ярты юлда ҡай саҡ бөгөлә. Оҙон күренһә лә юлдар Ҡыҫҡа икән, бик тиҙ үтелә. Йығылмаҫҡа, һығылмаҫҡа Сабырлыҡтар талап ителә. Тигеҙ түгел ғүмер юлы Осрап тора соҡор, дүңгәге. Тура юлға сыҡҡанда ла Аяҡ салып йыға имгәге. Нисек үтәһең юлыңды Барыһыла һинең үҙеңдән. Һүтә белһәң түҙем генә Өҙөлмәҫ ул төйөн ебеңдән. Тормош юлынан үткәндә Яҡты эҙҙэр ҡалһа эҙәмдең. Иҫкә алырҙар киткәндә Изге булһа ҡылған ғәмәлең. Тормош юлы Баймырҙина Римма Уҙған саҡта тормош юлдарынан Булғандыр бит хата, кәмселек. Тигеҙ ерҙән сабып барғандарға Тыуғандыр тим хатта көнсөллөк. Аҙғын хистәр күҙем томалаһа Аймылышта баҫып абындым. Һағыш теле тәнем ялмағанда Көкөрттәй тоҡанып ҡабындым. Ирәйепләр китеп, "дуҫым"- тиеп Күңел ишектәрен асҡайным. Дуҫ тигәнем йыланға әүрелеп Ағыуҙарын сәсеп саҡҡайны. Йәшәй - йәшәй тормош асылына Хаталарым танып арындым. "Ғәфү итсе мине Раббым"- тиеп Ҡиблаларға ҡарап табындым. Тормош юлы Римма Баймырҙина Хәтирә йомғағына төйнәлә Бьл донъяның бөтөн барлығы. Тормош арбаң, өйөлҽп төйәлә Үҙҽң йыйған яҙмыш байлығы. Бҽргә тартһаң арба ҽңҽлҽрәк Бүл эргәмдә минҽң тҽрәгҽм. Бҽлмәгәнмҽн ниңә элҽгҽрәк Иңдәрҽмә иңҽң кәрәгҽн. Яңғыҙ ғына үргә үрмәләйҽм Һөйрәп тулы тормыш арбаһын. Мҽнҽп ҽтәммҽ, юҡмы бҽлмәйҽм?? Оҙаҡмы, йыраҡмы бараһым?? Көсөң бөтөп ҡайсаҡ сүгәләйһҽң Хәл алырға тиҽп туҡталып. Кҽмдәндҽр ярҙам эҙләйһҽң Йән - яғыңа ҡарап уҡталып. Барҙыр әлҽ бит йәшәр йылдарым Эштәрҽм күп эшләп бөтмәгән. Барҙыр әлҽ үтәһҽ юлдарым Үрҙәргә үк мҽнҽп ҽтмәгән.