Бер ғүмергә ике яҙмыш
Бер ғүмергә ике яҙмыш (поэманан өҙөк) Баймырҙина Римма Бер ғүмергә ике яҙмыш Яҙам баштан үткәнен. Яттар ҡулына сабыйын Әсә ташлап киткәнен. Йән кергәнсе йөрөткәнһең Туғыҙ ай ҡарыныңда. Йәтимлеккә дусар иттең Ете айлыҡ сағымда. "Балам тыуа"- тип көткәндә Теләнеңме теләгең? Төндә бишек тибрәткәндә Ниндәй көйҙәр көйләнең? Ауаз һалғас мин донъяға Һөйөндөңме бәхеттән? Күкрәк һөтөң имеҙгәндә Көйөндөңме хәсрәттән? Нисегерәк күҙалланың Сабыйың киләсәген? Аҡ ҡағыҙға мисәт һуғып Яҙҙыңмы күрәсәген? Изге әсә исемен һин Һис аямай тапланың? Фәрештәләр йөҙлөгөнә Ҡара ҡорғон ҡапланың. Нисек үткәрҙең көндәрең Ташлап киткәс кешегә? Йоҡлай алдыңмы төндәрен Кермәнемме төшөңә? Бала бит ул: оло бәхет Хаҡ Тәғәлә бүләге. Бала бағып, бала һөйөү Бик күптәрҙең теләге. Ташлап киткәс үҙ сабыйын Сит яттарҙың ҡулына. Әйләндерҙе уны яҙмыш Аҙғынлыҡтың ҡолона. Күбәләктәй осоп ҡунған Сәскәләрҙән сәскәгә. Нимә тиеп әйтергә һуң Кәккүк йәнле әсәгә. Еңел генә ысул табып Ҡотолһа ла ғазаптан. "Нисек яуап бирермен" тип Уйламаған аҙаҡтан. Бер ғүмергә ике яҙмыш Мәңгелеккә береккән. "Ташландыҡ бала" тамғаһы Эҙәрлекләй электән. Бала саҡтан хыялланды Әсәһен бер күрергә. Күҙҙәренә тура ҡарап Тик бер һорау бирергә. Үҫә төшкәс был ҡыҙ бала Төштө кәккүк эҙенә. "Ниңә ташлап киттең"- тиеп Һорау бирҙе үҙенә. Кәккүк әсә хәбәр һата Йоммай ҙа хатта күҙен. "Нисек үҫтерер инем, ти Япа - яңғыҙ бер үҙем". Йөрәге һис әрнемәне Күңел мүкләнгән күптән. Ғәфү һорап этләнмәне Осто киренән күккә. Мин донъяға ауаз һалғас Ник теләк теләмәнең? Йөрәккенәң нисек түҙҙе Әҙ генә йәлләмәнең? Күкрәк һөтөңдө һағынып Сабый илап көткәндә. Күрмәнең һин үҙ балаңды Тәпәй баҫып киткәндә. Белһәң, күпме түгелгәнен Сабыйыңдың күҙ йәше. Күкрәк һөтөн йәлләмәгән Фәрештә йәнле кеше. Йәтимгә лә өлөш сыҡҡан Имеҙгәндә балаһын. Аяҡһыҙға аяҡ биреп Бүләкләгән Аллаһым. Зиһен аҡыл тараймаған Аяҡ ҡул хәрәкәттә. Үтә уның ғүмерҙәре Бәхеттә, бәрәкәттә. Хаҡ Тәғәлә ярлыҡлағас Әле иҫән фәрештә. Һаулыҡ менән ғүмер биргәс Етте ул туҡһан бишкә. Әҙме кәккүк әсәйҙәрҙең Баш тартҡаны сабыйҙан. Ҡарт көнөндә яңғыҙлыҡта Күҙ йәштәрен ағыҙған. Үҙең дә әҙ эсмәгәнһең Әсе хәсрәт һурпаһын. Ғүмер буйы тапағанһың Йәтимлектең тупҫаһын. Үгәй әсә ҡулдарында Һин үҙең дә үҫкәнһең. Ике яҙмыш һуҡмағына Эҙҙәр һалып үткәнһең. Бер ғүмергә ике яҙмыш Артығыраҡ түгелме? Ошо һорау борсой һаман Һыҡрандырып күңелде. Ап - аҡ ҡағыҙ биттәренә Ҡара мисәт һуғылған. Алыш - биреш эше бөткәс Ҡул тамғалар ҡуйылған. Иҫке яҙма метрикәмдә Әтей урыны һыҙыҡ. Аңламаҫһың был донъяны Уйлап ҡараһаң ҡыҙыҡ. Тыуған йылым,айым, көнөм Исемем дә шул килеш. Киң донъяға һыймағанмын Артыҡ йәнмен мин имеш. Кентек ҡаны тамған ерҙән Әсәм мине айырған. Ике төрлө яҙмыш менән Йәшәргә тип яҙылған. Ике яҙмыш маңлайыма Тәҡдир итеп һыҙылған. Ике яҙмыш һуҡмағынан Йөрөп ғүмер уҙылған.